Башҡортостан хөкүмәтендә республика ҡарамағындағы гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлау барышы ҡаралды. 2005 йылдан 84 быуа һәм һыуһаҡлағыс төҙөкләндерелгән. Бының өсөн башлыса федераль аҡса тотонолған. Быйыл биш ҡоролманы ремонтлау өсөн 34 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Алдағы ике йылда Күгәрсен районындағы Йомағужа һәм Баймаҡтағы Һаҡмар һыулағыстарында төҙөкләндереү эштәре ҡаралған. Бының өсөн 642 миллион һум тотонола. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тейешле заявка әҙерләп тапшырған.







