Өфөнөң Пугачев урамының, Ағиҙел һәм Геофизиктар урамдары араһында транспорт хәрәкәтен сикләү 30 сентябргә тиклем оҙайтылды. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был канализация һәм һыу селтәрҙәрен яңынан ҡороу эштәренә бәйле. Әле атап үтелгән урынды Назар Нәжми һәм Мәғариф урамдары аша урап үтергә мөмкин. Пугачев урамын төҙөкләндереү «Өфөнөң көньяҡ ҡапҡаһы» проекты буйынса баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан башҡарыла. Генерал Рыленко урамы яңырыу кисерә, улар киҫелешендә юлүткәргес төҙөлә.






