Көслө ел һөҙөмтәһендә Өфөлә автомобиль һәм электр тапшырыу линияларына ағастар ауған

Баш ҡаланың Октябрь, Совет, Калинин райондарында барлығы 5 осраҡ теркәлгән. Кешеләр зыян күрмәгән. Синоптиктар күҙаллауынса, бөгөн дә республикала елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Ошоға бәйле, белгестәр автомобилдәрҙе ағастар, реклама баннерҙары, юғары ҡоймалар янында ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ