Башҡортостанда сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар арта

7 ай эсендә 700-гә яҡын кеше вирус йоҡторған. Был уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 3 ярым тапҡырға күберәк. Геморрагик биҙгәк ауырыуы Благовещен, Өфө, Йәрмәкәй, Мишкә, Дәүләкән райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында йышыраҡ теркәлә. Ваҡытында сығарылмаған ҡалдыҡтар, рөхсәтһеҙ сүплектәр сысҡандарҙың үрсеүенә килтерә. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре баҡса миҙгелен тамалау алдынан, йорттар һәм ихата эсен таҙартырға, ҡапҡандар ҡуйып сығырға кәңәш итә.

Йәшелсәләрҙе ҡаҙып алыу осоро башланды. Был ваҡытта айырыуса иғтибарлы булырға, битлек һәм бирсәткәләр менән эш итергә кәңәш итәбеҙ. Баҡсалағы йорттарҙа аҙыҡ-түлектәрҙе ябыла торған быяла, йәки тимер һауыттарҙа һаҡларға кәрәк. Икеләнәһегеҙ икән, бөтөнләй ҡалдырмағыҙ.

Лира Фәрүәзова, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының бүлек етәксеһе урынбаҫары
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ