Республика балалар клиник дауаханаһының онкология бүлегендә дауаланыусы бәләкәй пациенттарға канцелярия тауарҙары, китаптар, төрлө уйынсыҡтар таратылды. Йәнһүрәт геройҙары балалар өсөн уйын программаһын күрһәтте. Хәйриә акцияһын «Йәшәүгә тиң хоҡуҡтар» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкилдәре ойошторған. Улар ғаиләләргә бушлай дарыуҙар алырға, төрлө медицина тикшеренеүҙәрен үтергә ярҙам итә.






