Мәләүез районының «Хлебодаровка» крәҫтиән-фермер хужалығы һарыҡ үрсетеү үҙәгенә әйләнеүе ихтимал

Ошо көндәрҙә предприятиеға Мәскәүҙән Куйбышев тоҡомло 792 баш ваҡ мал ҡайтарылды. Әле һарыҡтар карантинда. Улар өсөн хужалыҡта айырым туҡланыу яландары ҡаралған. Ҡышҡылыҡҡа йылы ҡуралар төҙөлә. Фермерҙар әйтеүенсә, һарыҡсылыҡ килемле һәм перспективалы тармаҡ. Ит һәм йөн өсөн дә берҙәй киң үрсетелгән Куйбышев тоҡомло һарыҡтар менән эштәр алға барасаҡ, тип ышана хужалыҡ етәкселеге.

Куйбышев һарыҡтары өс төр тоҡомдо бергә ҡушып сығарылған. Ул юғары килем бирә. Тәүлегенә генә 150 грамға һимертеү мөмкин. Шуға күрә пландар ҙа ҙур. Әле бына ҡуралар эшләү менән мәшғүлбеҙ. Киләсәктә мал башын арттырырға иҫәп тотабыҙ.

Алексей Леонов, «Хлебодаровка» хужалығы идарасыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ