Бергәләп мәктәпте төҙөкләндергәндәр. Баймаҡ лицей-интернатында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында ремонт эштәре башҡарылды. Яңы уҡыу йылына белем усағы һәм ятаҡхана яңыртылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ лицей-интертатында райондың төрлө ауылдарынан йыйылған 303 уҡыусы белем ала. Уларҙың 250 -һе ятаҡханала йәшәй. Шуға ла унда уңайлыҡтарҙың булыуы шарт. Белем усағы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы аша ятаҡхана ишектәрен алмаштырыу проектын тәҡдим итә һәм еңеп сыға. Йәйге осорҙа бында барлығы 61 ишек яңыртыла.
Берҙәмлектә -көс. Ятаҡханаға косметик ремонт эштәре менән ярҙам итергә лицей хеҙмәткәрҙәренән тыш, уҡыусыларҙың ата -әсәләре лә ихлас ҡушыла.
Баймаҡ лицей-интернаты ятаҡханаһында ремонт эштәрен башҡарыуға, программа сиктәрендә, бер миллион 571 мең һум аҡса бүленә, шуның 200 мең һумы -халыҡтан һәм бағымсыларҙан йыйыла. Ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан бүленә. Ремонт эштәре 1 сентябргә тиклем тамамланасаҡ.
Альбина Байегетова






