1 сентябрҙә Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индергән федераль закон үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, инвалид бала тәрбиәләүселәр уларға ай һайын ҡаралған 4 өҫтәмә ял көнөн йыйып, бер юлы 24 көн ял итә, бала менән реабилитация үтә ала. Быға тиклем закон буйынса был көндәрҙе бер юлы файҙаланыу мөмкинлеге юҡ ине. Үҙгәреш башланғысында Рәсәйҙең хеҙмәт министрлығы тора, яңылыҡ инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең тормошон еңеләйтеүгә йүнәлтелгән.






