Өфөнөң Колгуев урамында транспорт хәрәкәте тергеҙелә

Төҙөүселәр уны 31 августа файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итә. Әле урамда асфальт түшәлә. Транспорт хәрәкәте тергеҙелеү менән Нуғай трассаһына тура сығыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Һөҙөмтәлә транспорт хәрәкәте көсөргәнешлеге лә кәмейәсәк.

Дим һәм Киров райондарында һыу үткәргес төҙөү бик күләмле проект. Колгуев урамынан уның бер өлөшө генә үтә. Был эштәрҙе халыҡты борсомаҫ өсөн мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта эшләнек. Транспорт хәрәкәте көсөргәнешлеген иҫәпкә алып балаларҙың каникул ваҡытына ла тура килтерҙек. Беренсе сентябрҙә водителдәр Колгуев урамынан яңы юл аша үтәсәк.

Руслан Килдейәров, Өфө ҡала хакимиәтенең капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Колгуев урамы һыу үткәргес торбаларҙы яңыртыуға ябылғайны. Урам аша Ағиҙел аръяғын һыу менән тәьмин итеү буйынса инженер инфраструктураһының бер өлөшө үтә. Эшселәр диаметры 600 миллиметрлыҡ ике торба һалған. Был торбалар Өфөлә тағы ла 4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү мөмкинлеге бирәсәк. Проектты тулыһынса 2024 йыл аҙағына тапшырыу ҡаралған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ