13 сентябрҙә Өфөлә Фабио Мастранджело дирижерлығында Санкт-Петербургтың Федор Шаляпин исемендәге музыкаль театрының «Төньяҡ симфония» симфоник оркестры сығыш яһай. Ошо уңайҙан бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында маэстро менән матбуғат конференцияһы үтте. Музыка әһеле журналистар менән видеобәйләнеш аша аралашты, үҙенең ижады һәм буласаҡ концертҡа әҙерлек тураһында һөйләне.
Фабио Мастранджело «Төньяҡ симфония» симфоник оркестрынан тыш, «Төньяҡ Симфониетта» камера оркестрын да етәкләй. Уның ижады үҙенсәлекле стиле менән айырылып тора, киң репертуары беҙҙең илдә генә түгел, бөтә донъяла киң билдәле. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның төп маҡсаты моң донъяһы аша дуҫлыҡ ептәрен нығытыу.



