Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы яңы вәкиле тәғәйенләнде

Был дәүләттәге Рәсәй сауҙа вәкиллегендә беҙҙең республика мәнфәғәттәрен Дмитрий Ситников яҡлаясаҡ. Республика Башлығы Радий Хәбировтың ошо турала указы бар. Тейешле документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Килешеү 1 йылға төҙөлгән. Дмитрий Ситников 1964 йылда Алма-Атала тыуған. Ошо уҡ ҡалала  иҡтисад университетын тамамлаған. Быға тиклем Ҡаҙағстанда Башҡортостан вәкиле булараҡ Урал Аҙнабаев эшләне. Ул үҙ теләге буйынса вазифаһынан бушатылды.

Фото №1 - Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы яңы вәкиле тәғәйенләнде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ