Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20-нән ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре байтаҡ телдәргә тәржемә ителгән, шиғырҙарына йырҙар яҙылған. Гөлфиә Юнысова оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһын етәкләй. Федераль һәм республика парламенты, Өфө ҡала Советы депутаты булды. “Маҡтаулы исемде юбилейым алдынан ҙур бүләк итеп ҡабул иттем”, - ти шағирә.
10 сентябрҙә Гөлфиә Юнысоваға 75 йәш тула. Республикала халыҡ шағирына арналған саралар үткәрелә.







