Баҡал ауылында йәшәүселәр хәҙер заманса йыһазландырылған учреждениела тәүге медицина ярҙамы ала. Ул 200-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова һөйләй.
Алдағы көндәрҙә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында медицина пункты асылыуы көтөлә. Программа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.







