Белорет район дауаханаһын ремонтлауға республика бюджетынан аҡса йәлеп ителәсәк

Был турала Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ведомство коллегияһының Белоретта үткән күсмә ултырышында белдерҙе.

Тармаҡ етәксеһе учреждение лабораторияһы, төрлө профилле бүлектәрҙәге дауаланыу шарттары менән танышты. Пациенттар белдереүенсә, табиптар улар менән яҡшы мөғәләмә итә, әммә ҡайһы бер палатарҙағы шарттар ҡәнәғәтләнерлек түгел: ремонт талап ителә. Шул уҡ ваҡытта дауаханала хатта баш ҡалала булмаған заманса ҡоролмалар файҙаланыла. Коллегия ултырышы төбәктә эшләгән тармаҡ уңғандарына дәңләт наградалары тапшырыуҙан башланды. Артабан кәңәшмәлә йылдың тәүге яртыһындағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Ыңғай үҙгәрештәр араһында республикала уртаса ғүмер оҙайлығының 73 йәшкә етеүен билдәләгә мөмкин. Был былтырғы күрһәткестән был бер йылға күберәк.

Күсмә ултырыштарҙы республика төбәктәрендә ойоштороу инде йолаға әүерелде. Шул рәүешле урындағы халыҡ менән туранан-тура әңгәмәләшеү, проблемалар менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Дауаханаларҙа техник тәьминәт кимәлен, дауаланыу шарттарын ҡарайбыҙ. Табипҡа яҙылыу һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәте эшенә айырым иғтибар бүләбеҙ. Биләмәһе ҙур Белорет районы өсөн был көнүҙәк мәсьәлә, шуға ла ашығыс ярҙамды камиллаштырыу мөһим.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ