Башҡортостанға инвестиция арта

Быйыл ярты йылда республика иҡтисадына йәлеп ителгән финанс уҙған йылдың ошо осорондағы менән сағыштырғанда 6 ярым процентҡа артҡан. 186 миллиард һумдан ашыу инвестиция  килгән.  Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында  Татарстан һәм Түбәнге Новгород  өлкәһенән генә ҡалыша, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән. 2022 йылда Башҡортостанға инвестиция суммаһы тәүге тапҡыр ярты триллион һумдан ашты.

Фото №1 - Башҡортостанға инвестиция арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ