Халыҡ именлеген хәстәрләп. Киләһе йыл Ишембай районы Һайран ауылында янғын-ҡотҡарыу депоһы асыла. Әле биләмәлә ер эштәре бара. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов төҙөлөш майҙансығында булып, яуаплы ведомство, подряд ойошма вәкилдәре менән күсмә ултырыш уҙғарҙы. Билдәле булыуынса,ауылда янғын һағы хеҙмәте өс йыл элек булдырылған, дежурлыҡ ваҡытлыса модулле бинала ойошторолған. Штатта ун биш кеше, һәр сменала дүртәр янғын һүндереүсе. Бүлексә урындағы халыҡ өсөн ҙур социаль әһәмиәткә эйә.






