Хәйбулла районы Уфимское ауылы мәктәбе 1 сентябргә балаларҙы ҡабул итергә әҙер

Яңы уҡыу йылын уҡыусылар төҙөкләндерелгән мәктәптә ҡаршы аласаҡ. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ төҙөлгән мәктәптә ремонт быйыл февралдә башланған. Ошо ваҡыт арауығында бина фасады һәм эсе яңыртылған. Аҙыҡ-түлек блогы заманса талаптарға яраҡлаштырып үҙгәртелгән. Киңәйтелгән бүлмәлә аш әҙерләү һәм йәшелсә-емеш һаҡлау урыны барлыҡҡа килгән. Мәктәп дизайнын һайлауҙа уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҡатнашҡан.

Уфимское ауылы мәктәбендә «Һәр бала уңышы» федераль проекты сиктәрендә спорт залы ремонтланған. Сисенеү бүлмәләре йылытылған. Мәктәп интернатында ла тәҙрәләр алмаштырылған, линолеум йәйелгән, стеналар буятылған. Йәмғеһе капиталь ремонтҡа 60 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ