Биш көн дауамында барған сарала илдең тиҫтәләгән төбәгенән 50-гә яҡын кеше ҡатнашты. Профессионалдар менән бер рәттән һәүәҫкәр спортсылар ҙа һыу туризмының уңайлылығын һынаны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ҡариҙел районы йыл һайын һыу туризмының төрлө йүнәлештәре менән шөғөлләнеүселәрҙе ҡабул итә. Һауа шарттары ла ярышҡа үҙгәрештәр индермәй ҡалмай. Ике урынлыҡ катарманда, мәҫәлән, елдең тиҙлеге 18 метрға тиклем етеүгә бәйле, өс кеше һынау тотоу отошлораҡ.
Быйылғы ярышта илдең туғыҙ командаһы көс һынашты. Башҡортостан исеменән Өфө һәм Салауат районындағы ойошма ҡатнашты. Салауат районының инвалидтар йәмғиәте 90-сы йылдар башынан уҡ әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Улар республика, ил кимәлендә уҙғарылған бер генә саранан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы урында 20 ирекмән ҡеүәтләп торһа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре спортсыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуап бирҙе. Махсус инструктаж үтмәйенсә бер кем дә ярышҡа үтмәне.
Фестивалдә ҡатнашыусылар тормошта еңеп булмаҫлыҡ кәртәләр юҡлығын үҙ миҫалында иҫбатланы. Ысынлап та, ҡаҡшамаҫ рух ныҡлығы күрһәткән спорссылар өсөн фестивалдә ҡатнашыу үҙе үк оло батырлыҡ.
Әйткәндәй, катамарандарҙа ярыш иң тәүҙә оҫталыҡ дәресе булараҡ 2017 йылда Ҡырым Республикаһында ойошторола. Һуңынан уны Дондағы Ростов, Тверь өлкәһендә, Калуга ҡалаһы күтәреп ала. Башҡортостан Рәсәй кимәлендәге спорт сараһын тиҫтә йылдан ашыу ҡабул итеп, Йөрүҙән йылғаһында ярыштар ойошторҙо. Быйылғы фестиваль еңеүселәре тип Пермь крайы комнадаһы танылды.
Азат Ғәлиуллин



