Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Ватан яугирҙары ғаиләләре комитетының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм уларҙың яҡындарынан 1 мең 600 мөрәжәғәт эшкәрткән. Улар социаль селтәрҙәрҙән, телефон һәм шәхси рәүештә ҡабул ителгән. Был турала төбәк комитеты эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға арналған матбуғат конференцияһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдерҙе. Мөрәжәғәт итеүселәр башлыса юридик, медицина һәм психологик ярҙам һорап килә. Шулай уҡ ташламалар, социаль түләүҙәр, дауаланыу юллап килеүселәр ҙә күп.

Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты етәксеһе Башҡортостан бүлексәһе эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Мөрәжәғәттәр уртаса ике көндә, бюрократияһыҙ хәл ителә. Власть органдары менән дә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек ойошторолған, тине федераль комитет етәксеһе Юлия Белехова. Ленара Иванова әйтеүенсә, яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам исемлеге федераль үҙәктекенә ҡарағанда ла күберәк.

Эшкә урынлашыу, протездар юллау, шифаханаларҙа сәләмәтлекте нығытыу кеүек мәсьәләләрҙә яугирҙар һәм уларҙың туғандары өсөн ташламалар ҡаралған. Күп кенә мөмкинлектәр, дәүләт ярҙамы менән файҙаланыу ҙа ябайлаштырылған юл менән алына. Хәҙер ярҙам берҙәм дәүләт стандарттары буйынса күрһәтелә. Ләкин Башҡортостанда күрһәтелгән ярҙам төрҙәре федераль үҙәктекенә ҡарағанда ла күберәк. Нормативтарҙа 27 булһа, беҙҙә 33 төр ярҙам күрһәтелә.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ