Һөнәри байрам алдынан. Өфөнөң Дим районында йәшәүселәр, сәнәғәт тармағы ветерандары нефть һәм газ сәнәғәтенә тос өлөш индереүсе шәхес- социалистик хеҙмәт Геройы, БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Евгений Васильевич Столяровты хөрмәтләп иҫкә алды.
Билдәле нефтсе исемендәге урамдың 2-се йортонда «Башнефть» ветерандары тәҡдиме менән мәғлүмәт таҡтаһы асылды. Ундағы куаркод ярҙамында Евгений Столяров эшмәкәрлеге тураһында төплө белешмә алырға мөмкин. 1964 -1970 йылдарға тиклем «Өфөнефть» ойошмаһын Евгений Столяров етәкләй, Ҡолтүбә, Ҡушкүл, Сергеев, Волков нефть ятҡылыҡтары тап уның етәкселегендә эшкәртелә башлай.
Һуңынан Дим районында Өфө быраулау эштәре буйынса идаралыҡ та асыла. Сәнәғәт предприетелары райондың фәнни-техник ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ итә.Дим районының «Яркий» микрорайонындағы скверҙа индустриаль арт-обьект асылыуы ла республикабыҙ, шул иҫәптән , Дим районының социаль - иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүселәргә хөрмәт һәм ихтирам билдәһе.1969 -сы йылдан ҡара алтын табыуҙа ҡулланылған нефть сығарыу ҡоролмаһы Ишембай районынан килтерелгән.






