Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары халыҡ-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны

Бөгөн юғары уҡыу йорто ректоры Илдар Ғәбитов Екатеринбургтан ҡайтҡан волейболсылар менән осрашты.

Аграр университеттың ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары Университет спорты халыҡ-ара фестивалендә Рәсәй һәм республика исеменән сығыш яһаны. Форум сиктәрендә 14 спорт төрө буйынса ярыштар үткәрелгән.

Ҡатын-ҡыҙҙар волейбол командаһы финал уйындарында Бразилия волейболсыларынан 4-се урынды яулаған. Ир-егеттәр волейбол командаһы сирек финалда иң көслө 8 команда иҫәбенә инде. Фестивалдә Аргентина, Бразилия, Иран, Ҡытай, Уганда, Белоруссия, Үзбәкстан, Зимбабве һәм Нигерия - барлығы 12 команда ҡатнашҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ