Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу бала өсөн яңы уҡыу йылы башланды, уларҙың 54 меңе тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров алдан вәғәҙә иткәнсә махсус хәрби операцияһы зонаһында булған дуҫы һәм хеҙмәттәше Азат Бадрановтың ҡыҙын беренсе класҡа оҙатты. Мостай Кәрим исемендәге 158-cе башҡорт гимназияһында Белем көнөнә арналған тантаналы линейканан киләһе репортаж
Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән 158-cе башҡорт гимназияһында тантаналы линейка. Уҡыусыларҙың ҡулдарында гөлләмә, киләсәккә ышаныслы ҡараш - белем тауына артылыуҙы дауам итергә ваҡыт. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағанда дәүләт символдарын юғарыға күтәреү хоҡуғы алдынғы уҡыусыларға бирелде. Төбәк башлығы Радий Хәбиров байрам сараһында ҡатнашып, уҡытыусылар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләрен Яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап үтте.
Гимназия уҡыусылары Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен белдереп, Мостай Кәримдең китабын бүләк итте. Быйыл мәғариф учреждениеһында мең ярымға яҡын уҡыусы белем аласаҡ, уларҙың ике йөҙө - беренселәр.
Майҙанда ун беренсе синыф уҡыусылары ла йыйылғайны. Каникулдан һуң көс йыйып, мәктәпкә ашҡынып килгәндәр. Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерләнергә ваҡыт.
Майҙанда тәүге ҡыңғырау яңғырағандан һуң, уҡыусылар мәктәпкә тәүге класс сәғәтенә саҡырылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та алдан вәғәҙә иткәнсә Азат Бадрановтың ҡыҙын кабинетҡа тиклем оҙатып, балаларға тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙарын теләне.
35 йыл мәғариф өлкәһендә эшләгән Рәғиҙә Зәйнуллина ла тулҡынланыуын йәшермәй. Беренсе класҡа йәнә балалар ҡабул итеү - яуаплы эш. Тәжрибәле педагог синыфын тәү күреүҙән үк яратып өлгөргән.
Гимназияла балаларҙы илһөйәр, көслө рухлы итеп тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүленә. Яңы уҡыу йылында бында Шайморатов класы асылды. Бишенселәр берҙәм мәктәп формаһында йөрөйәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина



