ЛХР-ҙың Шайморатов исемендәге мәктәбе уҡыусылары Башҡортостан халҡын Белем көнө менән ҡотланы

Шайморатов батальоны яугиры Луганскийҙың Петровское ҡалаһындағы 22-се Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәбе уҡыусылары менән бергә Башҡортостан халҡын яңы уҡыу миҙгеле менән ҡотланы. Белем усағы бер йыл элек үҙ ишектәрен асҡайны. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мәктәп ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөкләндерелде. Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән бина тулыһынса яңы ҡорамалдар, заманса уҡыу кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылды. Петровское уҡыусылары Башҡортостан халҡына был бүләк өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ