Киләһе йыл республикала 3 мәғариф кластеры барлыҡҡа киләсәк

Махсус үҙәктәр ойоштороу күләме буйынса Башҡортостан илдә алдынғылыҡты биләй. Төрлө ведомство-ойошмалар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған уҡыу йорттары араһында Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы ла бар. Белем көнө менән студенттарҙы бөгөн Радий Хәбиров тәбрикләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Уҡыу аудиторияһында киләсәген Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән бәйләргә теләгән студенттар белем ала. Бөгөн ул асыҡ дәрес форматында үтте. Уҡыусыларҙың беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү алымдарын республика башлығы иғтибар менән күҙәтте. Радий Хәбиров капиталь ремонттан һуң, файҙаланыуға тапшырылған урта махсус уҡыу йортоноң матди-техник базаһын да ҡараны.

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжына 1943 йылда нигеҙ һалына. Ул заманында Ленинград ҡалаһынан эвакуацияланған завод базаһында төҙөлә. Кадрҙар әҙерләү бөгөн 14 төр һөнәр буйынса алып барыла. Быйыл урта махсус белем биреү учреждениеһы тулыһынса төҙөкләндерелде.

Бөгөн колледж Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Рәсәй тимер юлдары, төрлө ҡеүәтле предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған. Был бәйләнеш студенттарға практик белем алыуҙан тыш, киләсәктә дипломлы белгес булараҡ эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирә. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, колледж әҙерләп сығарған кадрҙарҙың 65 проценты эш менән тәьмин ителгән.

Колледж коллективы менән осрашыуҙа төбәк етәксеһе мәғариф учреждениеһының үҫеш юлдарына бәйле тәҡдимдәрен дә индерҙе.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ