Республикала 7 мең ярым уҡыусы яңы уҡыу йылын заманса полилингваль мәктәптә ҡаршыланы. Улар Учалы, Сибай ҡалалары, Аҡьяр һәм Мишкә ауылдарында эшләй башланы. Бөгөн беренсе класс уҡыусылары ғына тәүге тапҡыр парта артына ултырмай, баш ҡала гимназияларына уҡырға ингән малай-ҡыҙҙар өсөн дә яңы осор башланды. Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гиманзия-интернаты быйыл 100 уҡыусыға артҡан. Республика мәктәптәрендә үткән байрам линейкалары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Өлкән синыф уҡыусыларынан торған гимназия оркестры яңы уҡырға килгәндәрҙе ҡаршылай. Музыка аҫтында белем усағының иң бәләкәй класы - бишенселәр сәхнәгә үтә. Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған малай-ҡыҙҙар өсөн тулҡынландырғыс мәл. Сөнки улар ғәҙәти тормошто ҡалдырып баш ҡалаға уҡырға ингән.
Алтынсы класҡа ла уҡыусылар ҡабул ителгән. Шулай итеп, музыка йүнәлешен үҙ итеп уҡыған балаларҙың һаны 332-гә еткән.
Гимназия-интернатының сығарылыш уҡыусылары ла туған мәктәбенә әйләнеп ҡайта. Хәҙер улар гимназистар ролендә түгел, ә уҡытыусылар. Педагогик коллективҡа 8 белгес өҫтәлгән. Илназ Яҡшымбәтов Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң, Башҡортостанға ҡайтып балалар уҡытыуҙы һайлай. Ул фагот музыка ҡоралында уйнарға өйрәтәсәк.
Яңы уҡыу йылының тәүге көнөндә Башҡортостандың ике районында бер меңдән ашыу уҡыусы өсөн полилингваль мәктәп сафҡа инде. Уларҙың береһе - Учалыла. Мишкәләге 2-се мәктәп һәм Сибай гимназия-интернаты профилдәрен үҙгәртеп бер нисә телдә уҡыта башланы. Шулай итеп республикала 8 полилингваль мәктәп эшләй, уларҙа 7 мең ярым бала белем ала.
500-ҙән ашыу уҡыусы өсөн Аҡьяр ауылында ла полилингваль күп профилле мәктәп үҙ ишектәрен асты. Өс уҡыу корпусы, уларҙың береһе башланғыс синыфтар өсөн тәғәйенләнгән. Район үҙәгенең төҙөлөп ятҡан төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә яңы мәктәп асылыуы, башҡа мәғариф усаҡтарында бер сменаға күсеү мәсьәләһен хәл иткән. Яңы уҡыу йылында Хәйбулла районы мәктәптәрендә дүрт меңдән ашыу уҡыусы белем аласаҡ, уларҙың яртыһы тиерлек - 45 проценты, Аҡъяр ауылында. Шуға күрә, киләһе йылға 2-се мәктәпте лә тәртипкә килтереү, федераль программаға индереп, капиталь ремонт эшләү күҙаллана.
Полилингваль мәктәптәрҙә уҡырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Быға белем биреү процесының сифаты булышлыҡ итә. Уҡыусылар имтихан һәм олимпадаларҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, төрлө проект һәм конкурстарҙа ҡатнаша. Ә белем усаҡтары иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, төрлө яҡлап үҫешеү, ижад менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған.
Әлфинә Килдейәрова






