Белем көнөнә арналған байрам сараһы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернатында ла үтте. Республика кимәлендә өлгөлө һаналған мәғариф учреждениеһында Суворовтың хәрби училищелары системаһы буйынса уҡытыу ойошторолған. Тантаналы митингҡа төрлө йылдарҙа кадет мәктәбен тамамлап, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ҙа саҡырылғайны. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да үҫеп килгән быуынды, уҡытыусыларҙы 1 сентябрь менән ҡотлап үтте.
Уҙған аҙнала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында яңы йолаға нигеҙ һалыныуын хәбәр итте. Һәр шәмбе киске сәғәт етенән туғыҙға тиклем Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалда почетлы ҡарауыл дежур итәсәк. Хәтер вахтаһын алып барыу бурысы Өфө кадеттары иңенә һалынған.






