Башҡортостан мәктәптәрендә Белем көнөндә яңы стоматология кабинеттары асылды

Сәләмәтлек нигеҙе - һау тештәрҙә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән республика мәктәптәрендә «Ҡанатлан» проекты сиктәрендә «Сәләмәт йылмайыу» модуле тормошҡа ашырыла. Республикала был программа старт алыу менән 206 стоматология кабинеты эшләй башлаған. Өфө районы Зубов ауылы «Белем» үҙәгендә лә теш дауалау кабинеты асылды. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.

Белем көнөндә Зубов ауылы мәктәбе уҡыусылары икеләтә шатлыҡ кисерә. Бөгөндән малай-ҡыҙҙар ошо мәктәп бинаһы эсендә сәләмәтлеген нығыта, атап өйткәндә тештәрен дауалай аласаҡ. Балалар теш табибына ата-әсә рөхсәте менән күренә ала. Етмәһә таныш урында, уңайлы шарттарҙа, заманса ҡорамалдар ярҙамында.

Бында дауаланыу өсөн шарттар балалар поликлиникаһынан һис тә кәм түгел. Заманса һәм уңайлы кресло, ауыртыуҙы баҫыусы препараттар теш дауалауҙы бермә-бер еңеләйтә. Стоматологҡа мөрәжәғәт итеүсе уҡыусыларҙың 60 проценттан ашыуы тештәрен дауалауға мохтаж, уларҙың һәр береһе үҙ ваҡытында заманса, квалификациялы медицина ярҙамы ала, тип билдәләй табиптар. Уҡыусыларҙың тештәрен тәжрибәле стоматолог Алина Шәйхетдинова дауалай.

Башҡортостан мәғариф учреждениеларында 250-нән ашыу cтоматология кабинеты иҫәпләнә. Был Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес. Балалар һаны 800-ҙән ашҡан белем усаҡтарында стоматология кабинеттары «Ҡанатлан» проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле буйынса ла йыһазландырыла.

Башҡортостан Фән һәм мәғариф министрлығы тарафынан муниципалитеттар менән берлектә быйыл 26 дөйөм белем биреү мәктәптәбендә теш дауалау кабинеттары асыу күҙаллана.

Республиканың 80-дән ашыу белем усағы «Ҡанатлан» белем биреү пректының»Сәләмәт йылмайыу!» модуле буйынса эшләй.

Белем көнөндә 5-се кластарҙа сәләмәтлек дәресе үткәрелде. Зубов ауылы үҫмерҙәре тештәр гигиенаһы, дөрөҫ туҡланыу буйынса файҙалымәғлүмәт алды. Ә яңы уҡыу йылына төп бүләк- заманса йыһазландырылған теш дауалау кабинетының уҡыусылар һаулығын нығытыуҙағы роле баһалап бөткөһөҙ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ