Республика Хәрби дан музейында «Үлемһеҙ торналар» тип исемләнгән акция уҙғарылды

Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнөнә арналған сарала Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы вәкилдәре , мәктәп уҡыусылары боевиктар ҡулынан һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Ил тарихында иң ҡурҡыныс фажиғәләрҙең береһе 19 йыл элек Бесландағы мәктәптә тантаналы линейка ваҡытында теркләә. Ул саҡта террорсылар 1100-ән ашыу кешене аманатҡа алып, өс көн дауамында ауыр шарттарҙа тота. Һөҙөмтәлә махсус тәғәйенләштәге хеҙмәткә бинаны штурм менән алырға тура килә.

Йыл һайын Белем көнөндә Республика Хәрби дан музейына киләбеҙ, төрлө экскурсияларҙа ҡатнашабыҙ. Бөгөн беҙгә Бесландағы күңел өшөткөс, тетрәндергес фажиғә тураһында һөйләнеләр, тыңлағанда күҙ йәштәрен тыйып булманы.

Софья Картяева, Өфөнөң 82-се гимназияһы уҡыусыһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ