Сикләүҙәр Өфө халыҡ-ара марафонын уҙғарыуға бәйле индерелә. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 12-нән Зәки Вәлиди урамының Карл Маркстан Совет урамына тиклемге өлөшөнә транспорт менән үтеп булмай. Был арауыҡ иртәгә төнгө 11-ҙән һуң асыла. 3 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар йөрөмәй.







