Спорт байрамында ете меңгә яҡын йүгерергә яратыусы, скандинав йөрөшө, роллер спорты менән мауығыусылар ҡатнаша.Ике, биш, 10, 21.1, 42.2 километр арауыҡта үҙ көсөн һынағандарҙы иҫтәлекле бүләктәр, иң етеҙҙәрҙе шәп приздар көтә. Марафонға бәйле, иртәнге сәғәт 7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Крупская, Киров, Коммунистик һәм Театр урамдары өлөшләтә ябыла. 5-се һәм 16-сы трамвайҙар йөрөшө туҡтатыла.




