Байрамға ҡушыл! Бөгөн Башҡортостанда Һөт иле фестивале үтте, унда республиканың район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең иң алыҫ төбәктәренән дә ҡунаҡтар йыйылды. Хужалыҡтар байрамға килеүселәрҙе һөт ризыҡтары менән һыйланы, шулай уҡ урында ойошторолған йәрминкәлә республикала етешетерлгән аҙыҡ-түлек тауарҙарҙы һатылды. Башҡортостанда һауылған һөттө БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова ла тәмләп ҡараны.
Һөт иле фестивале республикала 11 тапҡыр үткәрелә. Быйыл күләмле сара тәүге тапҡыр Ағиҙел яры буйында ойошоролдо. Фестивалгә килгән һәр кеше Башҡортостанда етештерелгән һөттө һәм башҡа продукцияны тәмләп ҡарай ала.
Һөт иленә килеүсе һәр ҡунаҡты фестиваль майҙаны ҡапҡаларында уҡ аҡ ризыҡ менән ҡаршы алалар. Олоһо ла, кесеһе лә һыйыр һөтөнән баш тартмай.
Республика башлығы Радий Хәбиров та Башҡортостанда етештерелгән продукцияны ауыҙ итте. Фестиваль ҡунаҡтары менән бергә Башҡортостан етәксеһе фермер баҙарындағы һәр кибет янында туҡталды, баш ҡалаға үҙ продукцияһын килтергән ауыл хужалығы етештереүселәре менән аралашты. Ҡымыҙ, һөт аҙыҡтары, декоратив косметика. Баймаҡ районы йүнселдәре кооператив ойоштороп, үҙҙәре етештергән продукцияны республика халҡына тәҡдим итә. Ике йыл эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, хужалыҡ файҙалы эсемлекте республика төбәктәренән тыш Ҡаҙағстанға ла һатыуға сығара башлаған.
Сарала һөт һәм һөт ризыҡтары етештереүсе 40-тан ашыу предприятие ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән эре компаниялар менән бер рәттән ауыл ерендә эшләгән йүнселдәр ҙә бар. Һөттән тыш йәрминкәлә республика ерлегендә үҫтерелгән икмәк, сәй, ит ризыҡтары ла бар ине.
Башҡортостан эре мөгөҙлө мал һаны һәм етештерелгән һөт ризыҡтары буйынса илдә алдынғылар рәтендә. Республикала һөт эшкәртеү буйынса 80-гә яҡын предприятие эшләй, улар ҙур запас менән төбәкте төрлө һөт продукттары менән тәьмин итә. Фестивалдең яңы майҙанда үткәрелеүе ҡала халҡы өсөн айырыуса уңайлы тигән фекерҙә республика башлығы
Рәсәйҙә иң ҙур һөт фестивале тап Башҡортостанда уҙғарыла. Үткән йылда байрамда 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, быйыл да һөт яратыусылар байрамға күпләп йыйылды.
Байрамдың төп ҡунаҡтары әлбиттә, балалар. Кескәйҙәр өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары, фудкорт зонаһы, оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Сәхнәлә ойошторолған бәйге еңеүселәренә 449 килограмм «Салауат» туңдырмаһы уйнатылды.
Фестивалдә экологик таҙа продукцияны сағыштырмаса арзан хаҡҡа алыу, етештереүселәр менән һатып алыусыларҙың аралашыу мөмкинлеге бар. Һөт иле күптәрҙең яратҡан байрамына әйләнгән. Уҙған йылда фестивалдә 12 мең тонна һөт эселгән, ойоштороусылар билдәләүенсә, байрам ҡунаҡтары иҫәбенә ҡарағанда, быйыл да һөт эсеүселәр һаны уҙған йыл күрһәткестәренән ҡалышмаясаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова



