Ул бөгөн баш ҡаланың бер нисә майҙансығында үтте. Иң күләмлеһе Спорт һарайы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты алдында ойошторолдо. Республика хужалыҡтары ҡала һәм ҡунаҡтарына йәй үҫтергән йәшелсә, емеш-еләктәрен тәҡдим итте. Шулай уҡ урында умартасылыҡ, кондитер продукцияларын да ҡарап алырға мөмкин ине.
Йәрминкәнең төп үҙенсәлеге тип хаҡтарҙың сағыштырмаса арзаныраҡ булыуын билдәләргә мөмкин. Хәстәрлекле баҡсасылар әле үк ҡарағат, виноград һәм башҡа башҡа үҫентеләрҙе һатып алды. Һатыусылар үҙҙәре үк уларҙы ҡарау һәм ултыртыу шарттарын ентекле аңлатып та бирә. Йәрминкәләр шәмбе, йәкшәмбе һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләй. Әйткәндәй, ауыл хужалығы йәрминкәләре бөгөн шулай уҡ республиканың 29 район һәм ҡала үҙәге майҙандарында ла үтте.






