Ике аҙна ялдан һуң, алғы һыҙыҡҡа. Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә мобилизацияланыусылар төркөмө юлланды. Яугирҙарҙы «Өфө-Арена» майҙанынан оҙаттылар. Күптәр отпуск ваҡытын ғаиләһе менән үткәрергә тырышҡан. Повестка килгәнсе, хәл ителмәгән эштәрен барлаған.
Республиканың төрлө район-ҡалаларынан саҡырылған егеттәр бөтәһе лә бер хәрби частә хеҙмәт итә. Уларҙы махсус хәрби операцияһына биләмәһенә алып барыу өсөн республиканан ике автобус бүленгән. Алда һалдаттарҙы ике көнлөк юл көтә. Колоннаны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары оҙатып барасаҡ.
Хәрбиҙәрҙе оҙатыу митингының рәсми өлөшөндә Донбасҡа махсус хәрби операцияға юлланыусы ир-егеттәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Хәрбиҙәргә Рәсәй именлеге мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы яуаплы бурысты уңышлы атҡарып, иҫән-һау Еңеү менән тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын теләне.






