Республикаға мәжбүри күсенгән граждандар үҙҙәренең закондар сығарыу органы һайлауҙарында ҡатнаша ала

Ситтә булғанда ла, тыуған яҡ - йөрәк түрендә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләренән Башҡортостанға мәжбүри күсенгән граждандар үҙҙәренең закондар сығарыу органы һайлауҙарында ҡатнаша ала. Ошо маҡсатта Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында экстерриториаль һайлау участкалары булдырылған.

Тауыш биреү 1 сентябрҙә башланды, 4 сентябргә тиклем дауам итә. «Связист» ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында ла тауыш биреү өсөн шарттар булдырылды. Ике йөҙҙән ашыу кеше партиялар исемлеге яҙылған бюллетень алып, Кесе Ватан киләсәген билдәләүҙә ҡатнашты. Майҙансыҡта ғәҙәттәгесә күҙәтеүселәр, хоҡуҡ һағындағылар эшләне. Тәртип боҙоуҙар теркәлмәне.

Мин үҙем Мариуполдән. Ҡала тулыһынса емерелгәйне, йәшәгән йортом да ер менән тигеҙләнде. Әле Башҡортостанда булһам да, тыуған яғымды һағынам, киләсәктә ҡайтырға ниәтем бар. Ҡаланы тергеҙеү эштәре артабан да дауам итһен тигән теләк менән һайлауға килдем. Балаларҙың киләсәген дә хәстәрләргә кәрәк.

Нина Конаненко, һайлаусы

Мин Мариуполдә тыныслыҡ, йәшәүгә уңайлы шарттар булһын өсөн тауыш бирҙем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ҡайта алмайым, фатирһыҙ ҡалдыҡ. Рәсәй хәрбиҙәре ҡаланан сығырға ярҙам итте. Былтыр яҙ Башҡортостанға ваҡытлыса ике балам менән күсендем, яңы эш таптым, урындағы етәкселеккә оло рәхмәтемде еткерәм.

Татьяна Корягина, һайлаусы

Ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында ойошторолған һайлауҙа яҡташыбыҙ Фәриҙә Попова ла ҡатнашты. 1974 йылда ҡатын ғаиләһе менән Иглин районынан Донецк халыҡ республикаһына күсенгән булған. Былтыр августа Башҡортостанға кире ҡайтҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ