«Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашып улар дәүләт ярҙамын да алған. Мишкә үҙәк район дауаханаһына 7 белгес урынлашҡан. Ике педиатр, гинеколог, хирург һәм өс терапевт менән тулыланған медицина учреждениеһы программа буйынса тулыһынса иҫәпләшкән. Аҡсаларҙы белгес төрлө маҡсатта файҙалана ала.
Мишкә районында фельдшер-акушерлыҡ пунктарын яңыртыу эше лә яйға һалынған. Фельдшерҙарға элекке кеүек мейес яғын бинаны йылытырға тура килмәй. Төбәктең Мәүлит ауыл советы биләмәһендәге медицина учреждениеһы мәҫәлән, урындағы халыҡты мәсеттә ҡабул иткән булған. Күптән түгел файҙаланыуға тапшырылған яңы объект заман талаптарына яуап биреүе менән ҡыуандыра.






