31 август Өфөнөң 8 март ҡасабаһында йәшәүселәр урамда айыу балалары йөрөүен видеоға теркәһә, киләһе көн тайыштабандар Михайловка ҡасабаһына сыҡҡан. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, ҡала ветеринария клиникаһы һәм граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре тарафынан ҡырағай хайуандарҙы тотоу буйынса саралар күрелде.
Хоҡуҡ һағындағылар урындағы халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итте. Билдәле булыуынса, айыу балаларына яҡынса 8 ай, улар үҙҙәре кешеләрҙән ситләшкән. Әле баш ҡала янындағы ауылдарҙа был хайуандар юҡ, хәүефләнергә сәбәп юҡ. Шул уҡ ваҡытта хәл яуаплы ведомство тарафынан контролдә тотола. Әгәр ҙә ҡырағай хайуанды күрһәгеҙ, уның ҡайҙа осратыуығыҙ тураһында төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына: +7(347) 218-04-30 телефон һандары буйынса хәбәр итегеҙ, шулай уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә була.






