Республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндереү барышы менән танышты. Реконструкция “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алып барыла. Яңыртылған театрҙа 300 урынлыҡ ҙур тамаша залы була. Бында өс ҡатламлы сәхнә урынлаштырыла. Спектаклдәрҙе төрлө бейеклектә күрһәтергә мөмкинлек тыуа. Беренсе ҡатта бәләкәй тамаша залы, кафе, икенсе ҡатта ҡурсаҡтар музейы һәм интерактив уйын бүлмәһе асыла. Үҙгәртеп ҡороуҙан һуң бинаның майҙаны ике тапҡырға арта.




