Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Үҫеш биләмәһе 4.0” республика балалар форумында ҡатнашты

Сара ошо көндәрҙә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркында уҙа. Унда 13-18 йәшлек 140 егет һәм ҡыҙ сығыш яһай. Радий Хәбиров балалар менән аралашты, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Форум барышында үҫмерҙәр социаль башланғыстарын тәҡдим итте. Сибай ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләргә ярҙам итеү проекты менән таныштырҙы. Ул беренсе урын алды. Еңеүселәрҙе форум авторы һәм “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова бүләкләне.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Үҫеш биләмәһе 4.0” республика балалар форумында ҡатнашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ