Благовещен районында ҙур логистик үҙәк төҙөлөшө дауам итә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биләмәлә бәләкәй бизнес кластеры ойошторола. “Озон” компанияһы келәттәре һәм тауарҙарҙы таратыу урынын төҙөү өсөн 6 миллиард һум инвестиция йәлеп ителде. Быйыл 1 августа Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында буласаҡ логистик комплексҡа нигеҙ ташы һалынды. Үҙәк 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Бәләкәй эшҡыуарҙар маркетплейс ярҙамында комплекс аша тауарҙарын һата аласаҡ.

Фото №1 - Благовещен районында ҙур логистик үҙәк төҙөлөшө дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ