Баҫыуҙарҙың 70 проценттан ашыуында эш теүәлләнгән. 27 районда план 50 процентҡа үтәлгән. 1 миллион 240 мең гектарҙа иген һуғып алынған. 2 миллион ярым тонна ашлыҡ келәттәргә һалынған. -Тағы 1 миллион тонна уңыш алыу көтөлә, тип белдерҙе Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Ураҡ менән бер рәттән ужым сәселә. Бөгөнгә 240 мең гектарҙа эш башҡарылған.





