Уны Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Башҡортостан мосолмандары Диниә Назараты рәйесе Айнур Бирғәлин белдереүенсә, сентябрь уртаһында тағы бер кәңәшмә көтөлә. Был ваҡытҡа мәсет бинаһының ниндәй хәлдә булыуы аныҡлана. Ошонан һуң проектлау документтары менән эш башлана. Тәүге фараздар буйынса киләһе йылдың яҙында төп төҙөлөш эштәре башланыуы көтөлә тине ул. Өфөлә "Әр Рәхим" мәсетенә 2007 йылда нигеҙ һалынды. Әммә финанс ҡатмарлыҡтар арҡаһында төҙөлөш тамамланманы.







