Шишмә районындағы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында 3 көн дауам иткән «Үҫеш биләмәһе» балалар форумы тамамланды. Сарала республика район-ҡалаларынан 140 уҡыусы ҡатнашты. Йәкшәмбе форумда ҡатнашыусылар менән осрашыуға республика башлығы килде. Форумдың иң яҡшы социаль башланғыстар авторы Радий Фәрит улын үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе йәштәр сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне. Башҡортостан башлығы шулай уҡ егет-ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Мәғариф проекты «Һанлы хәрәкәт - йәштәргә яңы мөмкинлектәр» лозунгы аҫтында үтте. Форумда ҡатнашыусылар өсөн федераль һәм төбәк эксперттары менән осрашыуҙар ойошторолдо. Йәштәр шулай уҡ социаль проекттар буйынса фекер алышты, төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Форум спорт һәм мәҙәни программа менән дә байытылды.






