Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 3 һәм 5 йәштәрҙәге ҡыҙ менән малай газ тоҡандырғыс менән уйнап, бесәнде үртәгән. Ут ихата ҡоролмаларына тоҡанғас, 3 йәшлек ҡыҙ мунсаға йәшенә, бала төтөнгә тонсоғоп вафат була. Эксперттар күҙаллауынса, малай икенсе яҡҡа йүгергән. Ҡыҙғанысҡа, бәләкәй балаларҙың уттан ҡурҡып карауат аҫтына, шкаф эсенә йәшеренеү осраҡтары йыш күҙәтелә. Ошоға бәйле белгестәр балаларға бындай хәлдәрҙе аңлатырға, ә иң мөһиме, уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.



