«Белая река» нәшриәт йорто типографияһында һайлау бюллетендәрен баҫтырыу тамамланды

Һайлауға әҙерлек тамам. Благовар районында урынлашҡан «Белая река» нәшриәт йорто типографияһында һайлау бюллетендәрен баҫтырыу тамамланды. Үҙәк һайлау комиссияһы барлыҡ тиражды ҡабул итте. Заказ үтәлгән, ялған бланктар баҫтырыу бөтөнләй мөмкин түгел. Мәсьәләне БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова асыҡланы.

Тираж етерлек күләмдә баҫтырылған һәм тулыһынса әҙер. Һайлау бюллетендәрен баҫыуҙа ҡулланылған тимер ҡалыптарҙың башҡаса кәрәге юҡ. Улар талаптарға ярашлы, Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре шаһитлығында юҡ ителде. Артыҡ һәм хаталы бланктар иһә махсус пресс ярҙамында киҫелде, улар башҡа ҡулланылмаясаҡ. Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлау өсөн бюллетендәр баҫтырыу заказы үтәлеше ике яҡлы рәсми документта имза һәм мисәт менән нығытылды.

Махсус заказ буйынса 5 миллион 340 мең 800 бюллетень баҫтырылды.Уларҙың яртыһы берҙәм округта, ә ҡалған яртыһы бер мандатлы һайлау округтарында ҡулланыласаҡ. Беҙҙең 230 һайлау участкаһында КАИБ-тар ҡулланыласаҡ. Был маҡсатта 342 мең бюллетень әҙерләнде.

Илона Макаренко, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Һайлаусыларға мәсьәләне еңеләйтеү өсөн тираждар төрлө төҫтәр менән төрөлгән. Аҡ, йәшел, зәңгәр һәр береһе бланк ниндәй телдә баҫылған,бюллетендәр ҙә шул төҫтәрҙә . КАИ-бтарға тәғәйенләнгәндәре иһә һары төҫтә. Һәр бер бюллетенгә ныҡлы һаҡлау билдәләре ҡуйылған.Һайлау бланктары республикала ҡулланылған өс телдә, атап әйткәндә рус, башҡорт, татар тедәрендә баҫтырылған. Бының өсөн ни бары ике аҙна ваҡыт сарыф ителгән.

Типография хеҙмәткәрҙәренең һайлау алдынан булған тығыҙ эш графигы тамам. Бөгөндән башлап баҫыу станоктары ғәҙәти режимда эшләйәсәк. Һайлау бланктары сифатлы, ваҡытында баҫтырылған. Башҡортостан һайлаусыларына иһә үҙҙәренең кандидаттарын һайлауҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүгә ни бары аҙнанан ашыу ғына ваҡыт ҡалып бара.

Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттарын һайлауға бюллетендәр махсус машиналарҙа оҙатылды. Бюллетендәр 10 cентябрь һайлауҙар башланғансы һайлау округтарында ныҡлы һәм ышаныслы һаҡланасаҡ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ