Был турала тармаҡ ведомствоһы етәксеһе хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Торлаҡ йорттарҙа йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү системалары таҙартылып гидро һынауҙар үткәрелгән. Йәмғеһе 152 километр йылылыҡ, 248 килеметр һыу торбалары ремонтланған. Канализация һәм ҡаҙанлыҡтар төҙөкләндерелгән. Коммуналь өлкәне ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә 8 миллард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был күләм үткән йыл менән сағыштырғанда, 30 процентҡа күберәк.
15 сентябргә тиклем барлыҡ йылытыу системалары ла тикшереү үтеп әҙерлек паспорты алырға тейеш. Күп кенә райондар был эште тамамлаған. Шулай ҙа артта ҡалыусы муниципалитеттар ҙа бар. Ағиҙел, Сибай, Октябрьский , Күмертау, Нефтекама ҡалаларында әҙерлек кимәле уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк. Радий Хәбиров ҡыш айҙарында көтөлмәгән хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн мәсьәләгә етди ҡарарға ҡушты.
Уның ҡарауы, Нефтекама иң яҡты ҡала булараҡ өлгө итеп ҡуйылды. Урамдарҙы заманса лампалар менән яҡтыртыуҙа тап Нефтекманан үрнәк алырға кәрәк, тине Радий Хәбиров.



