Инсульттан һуң неврология патологияһына нөктә. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиника дауаханаһында эндоваскуляр һәм асыҡ ысулдарҙы берләштергән уникаль операция яһала. Хирургтар көсө менән пациенттар ҡыҫҡа ваҡытта тулы тормошҡа ҡайта. Ювелир эш һөҙөмтәһе менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
Муйынындағы йөйҙәр уңалып бара. Ҡатмарлы операция үткәреүенә ни бары өс көн булыуға ҡарамаҫтан, Ольга Капанованың кәйефе яҡшы, үҙҙалы йөрөй, аралаша. Ә бит инсульттан һуң ул бөтөнләй телмәрен юғалтып, аяҡ-ҡулдарын тоймай башлаған. Бәхетенә, Раевканан ашығыс медицина машинаһында Өфө дауаханаһына оҙатылған. Табиптар ҡатынды инвалид булып ҡалыуҙан һаҡлап ҡалған.
Пациенттың йоҡо артериялары зыян күреп, тромб барлыҡҡа килгән. Һөҙөмтәлә ул баш мейеһен зарарлай. Хәйер, ҡатынға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелә. Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында эндоваскуляр һәм асыҡ ысулдар менән ҡатмарлы әмәлиәт яһала.
Өфө хирургтары көсө менән пациенттың ҡан әйләнеше тергеҙелә, баш мейеһе зарарланыу эҙемтәһе - неврология дефициты тулыһынса үтә. Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында көн дә, сәғәт һайын тиерлек ҡатмарлы операциялар яһала. Эндоваскуляр һәм асыҡ ысулдарҙы берләштергән әмәлиәт тә бер системаға һалынып, инсульт булғандща тромбтарҙы юҡ итеүҙә уңышлы файҙаланыла башлаған.
Генетик сәбәптәр, дөрөҫ туҡланмау, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу, стресс - быларҙың барыһы ла атеросклерозға килтерә. Һөҙөмтәлә ҡан тамырҙарында төйөрсәләр барлыҡҡа килә. Иртә диагностика маҡсатында ультратауыш тикшереүҙәр ойошторола. Белгестәр ваҡытында табип күренергә, профилактик саралар күрергә саҡыра.
Баш ҡаланың ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы инсульт мониторингы үҙәге ойоштороу стадияһында. Республика программаһы ярҙамында баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуҙан зыян күргән пациенттар логистикаһы яҡшыра. Иртә дауалауға баҫым яһаласаҡ. Ольга Капановаға килгәндә, хәҙер ул һаулығына күпкә иғтибарлыраҡ. Тиҙҙән өйөнә ҡайтасаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина



