Екатеринбург ҡалаһының 300 йыллығы уңайынан Свердловск өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы» башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү йәмәғәт ойошмаһы ҡалала Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәрҙе. Унда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселегендәге делегация, республиканың күрше Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге, Свердловск өлкәһе Хөкүмәте етәкселеге ҡатнашты. Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә Башҡортостандың Балаҡатай районы менән Свердловск өлкәһенең Сысерть ҡала округы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Свердловск өлкәһендә электән боронғо башҡорт ырыуҙарына ҡараған аҫаба халыҡ йәшәй. Шулай уҡ ҡасандыр 50-60- сы йылдарҙа төрлө предпритяиеларға эшкә килгән милләттәштәребеҙ ҙә көн итә.
Башҡорт халҡының тарихи ауылдары- Һыҙғы, Өфө- Шиғыры, Үрмәкәй, Рахманғол Өфө, Әртә йылғалары буйында урынлашҡан. Туған телде, традицияларҙы һаҡлауҙа аҫаба халыҡтың эшмәкәрлеге һәр ваҡыт Башҡортостан менән берлектә алып барыла.
Һис һүҙһеҙ, халыҡ- ара дуҫлыҡ күперен мәҙәниәт һала. Халҡыбыҙҙың тарихи бейеүҙәре, музыка ҡоралдары милләтенә ҡарамай урындағыларға ла ҡыҙыҡлы булыуы ла шуға бәйле.
Свердловск өлкәһендә байтаҡ йәмәғәт ойошмалары эшләп килә. Улар ҡоролтай, тарихи- мәҙәни үҙәк, крайҙы өйрәнеүселәр, фольклор коллективтары.
Мәҙәниәт көндәре Башҡортостандың Балаҡатай һәм Свердловск өлкәһенең СысертЬ ҡала округы өсөн иҫтәлекле булды. Ауыл хужалығы төбәге һәм сәнәғәт ҡалаһы булған яҡтар файҙалы хеҙмәттәшлеккә юл асты.
Башҡортостан мәҙәниәте көндәрен республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министры Светлана Учайкина сәләмләне. Башҡортостан Башлығының ҡотлау адресы һәм төбәктә йәшәүсе әүҙем милләттәштәребеҙгә Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Яҡтар осрашыуы ике төбәк артистары ҡатнашлығындағы матур концерт программаһы менән тамамланды. Өлкә халҡын Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров, Стәрлетамаҡ филармонияһының бейеү театры, “Далан” төркөмө һәм башҡа артистарҙың сығышы ҡыуандырҙы.



