Башҡортостанда 50 мең гектарға яҡын майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бурысы тора

Татлы тамырҙы ҡаҙыу бер аҙна элек башланды. Эш Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән, Кушнаренко һәм Благовар райондарында әүҙем бара. Шәкәр заводтары ла ошо көндәрҙә ебәрелергә тейеш. Быйылғы татлы уңыш мулмы? Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.

Фильмдан сыҡҡан роботты хәтерләткән был машина сөгөлдөр йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Тештәре татлы тамырҙы йолҡоп ала, техника үҙе үк япраҡ-батҡағынан таҙарта, артындағы кузовҡа өйә бара. Бер машина 5 тоннаға тиклем уңыш йыйып ала. Кабина эсендә водитель өсөн уңайлыҡтар бар.

Әле баҫыуҙа 6 комбайн эшләй. Татлы тамырҙы үҙаллы ҡаҙып-таҙартҡан машина йөҙәрләгән кеше хеҙмәтен алмаштыра. Уның ярҙамында эш күпкә тиҙерәк бара, ти комбайн машинисы Линар Зыязетдинов. Баҫыу уңғаны сөгөлдөр урыуҙа быйылғы миҙгелдә тәүгә ҡатнаша. Техникаға иген комбайнынан күсеп ултырған.

«СН Агро» ойошмаһы - Раевка шәкәр заводын сеймал менән тәьмин итеүсе хужалыҡтарҙың береһе. Шәкәр сөгөлдөрөн йыйыуға бер нисә көн элек төшкәндәр. Комбайнсыларҙың өҙлөкһөҙ эшен механиктар тәьмин итә. Ватылған техниканы баҫыуҙа уҡ ремонтлау өсөн Заһир Байбулатов яуаплы. Йәш белгес хужалыҡҡа Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлғандан һуң, эшкә килгән.

Хужалыҡта йылдағыса мул уңыш көтәләр. Сөгөлдөр быйыл вағыраҡ, әммә татлыраҡ, ти хужалыҡ етәксеһе. Ҡоро йәй эҙемтәһе. Киләһе йылда баҫыу майҙандарын 6 мең гектарға тиклем арттырырға ниәтләйҙәр.

Татлы ураҡ республиканың бер нисә районында башланған. Баҫыуҙағы эштәр менән бергә шәкәр заводтары ошо көндәрҙә ебәрелергә тейеш. Башҡортостанда улар икәү. Продукция күләме республика халҡын тәьмин итеүгә лә, икенсе төбәктәргә ебәреүгә лә етә.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ