Тағы ла кәм тигәндә 1 миллион тонна иген баҫыуҙарҙа ҡала, тине Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары әйтеүенсә, республиканың 14 районы бөртөклө культураларҙы йыйып алған. Уртаса гектар ҡеүәте 19 центнер. Быйыл көньяҡ райондарҙа уңыш мул булмаҡсы. Әммә ашлыҡты һаҡлау урындары менән проблема һаҡлана. Өҫтәүенә, былтырғы уңыш та тулыһынса һатыпып бөтмәгән, тине Илшат Фәзрахманов.
Радий Хәбиров ашлыҡ һаҡлау урындары хәл итеү өсөн махсус программа әҙерләргә ҡушты.






