Бынан һуң, Салауат Юлаев майҙанынан «Юность» бассейнына тиклем генә төшөргә мөмкин. Сочи урамына сығыу юлдарына блоктар һалынды. Сикләү 2024 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала. Шуға күрә автоһәүәҫкәрҙәргә икенсе - Зәки Вәлиди һәм Әй урамынан маршрут һайлап хәрәкәт итергә кәңәш ителә. Төҙөүселәр белдереүенсә, яр буйы юлын ябыу Ағиҙел күперен ремонтлауға бәйле. Металл конструкцияларҙы тотоп тороусы терәк бағана нәҡ юлға тура килә.






